Алтын туй
Арлар ауылында ғүмер итеүсе Галимова Нәзирә апай менән Миниғәли ағай ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйын билдәләй.
Бер-береһенең яҙмыштарын уртаҡ бәйләгән көндән һуң да инде 50 йыл ғүмер үтеп киткән.
Һеҙ бер-берегеҙгә таяныс, тормышҡа ғашиҡ булып, шатланып ғүмер итә беләһегеҙ, үрнәк булырҙай балалар тәрбиәләгәнһеҙ. Тормыштоң ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, бирешмәнегеҙ, һынманығыҙ-һығылманығыҙ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттегеҙ. Алдағыһы ла шатлыҡтарҙан, яҡты, аяҙ көндәрҙән генә торһын, иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һеҙгә!
Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ олоғайған көндәрегеҙҙә лә юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып, ярты быуат татыу ғүмер кисергән кеүек алға табан пар ҡанаттарығыҙ ҡайырылмаһын, балалар игелеген күреп оҙак йылдар ғүмер кисерһәгеҙ ине.
Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Миҙәғәт улы Валиҽв тә ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.
Ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!
Беҙгә һәм йәш быуын вәкилдәренә, оло быуынды онотмаҫҡа, хәтерләргә, хөрмәт итергә һәм ғорурланырға кәрәк тип әйткҽ килә.
Ҡотло булһын алтын туйығыҙ.
Һеҙгә бөгөн 50 бишле.
Сирләмәгеҙ, гел йылмайып тороғоҙ
Йөҙөгөҙ булһын гел көләс.